Башҡортостанда Телдәр фестиваленең тарихы 2010-сы йылдың октябрендә башлана. Ул саҡта фестивалдең буласаҡ ойоштороусылары – Башҡорт дәүләт университеты вәкилдәре – Чебоксар ҡалаһында үткәрелгән XV Халыҡ-ара телдәр фестиваленең татыу һәм ҡыҙыҡлы мөхитендә булыу бәхетенә ирешә. Ике көндә бай мәғлүмәт һәм ыңғай тәьҫораттар туплап ҡайтҡас та, фестивалде Өфөлә үткәреү теләге тыуа. Был фекер нигеҙле лә, сөнки Башҡортостанда йөҙҙән ашыу милләт вәкилдәре берҙәм, татыу йәшәй. Шулай итеп 2011-се йылдың майында Башҡорт дәүләт университетында Башҡортостанда I Халыҡ-ара телдәр фестивален үткәреүгә әҙерлек башлана. Юғары уҡыу йорто етәкселегенең был башланғысты күтәреп алыуы фестиваль ойоштороусыларын ҡыуандырып, дәртләндереп ебәрә. Шул уҡ ваҡытта лингвистик фестивалде үткәреү буйынса БР-ҙың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты һәм Башҡортостандың Мәғариф министрлығынан ризалыҡ алына. Беренсе фестивалде Халыҡ-ара татыулыҡ һәм килешеү көнөндә үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Шулай итеп тәүге Телдәр фестивале 2011-се йылдың 23-24-се сентябрендә үткәрелә һәм традицион форматта 43 тел тәҡдим итә. Фестиваль Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Мәскәү ҡалаларынан, Ҡаҙағстан, Болгария, Ҡытай, Германия, Нидерландтар, Армения, Вьетнам һәм бер нисә Африка илдәренән 88 ҡатнашыусыны йыя. Улар араһында студенттар, мәктәп уҡыусылары, аспиранттар, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, мәҙәни-ағартыу һәм тел ойошмалары вәкилдәре була. Фестивалдең төп йөкмәткеһен 25 минутлыҡ дәрес-презентациялар тәшкил итә. Уларҙа теге йәки был телдең яңғырашын ишетеү, төҙөлөшөнөң үҙенсәлектәрен, уның тарихы хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе белеү, шул телдә бер нисә һүҙбәйләнеште ятлау мөмкин була. Ғәҙәттәгесә, бындай презентациялар бер үк ваҡытта бер нисә аудиторяила үткәрелә, һәр ҡатнашыусы теләгән маршрутын һайлай ала. Аудиторияларҙың аҙ булыуы сәбәпле ҡатнашыусылар алты секцияға бүленә: «Башҡортостан халыҡтары телдәре», «Славян горницаһы», «Көнсығыш телдәр карауаны», «Инглиз ҡунаҡ бүлмәһе», «Европа телдәре берләшмәһе», «Донъя телдәренең төрлөлөгө». Телдәрҙе презентациялау марафоны фестивалде ябыу тантанаһы, ҡатнашыу тураһында сертификаттар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыу менән тамамлана. Ойоштороусыларҙың һәм фестивалдә ҡатнашыусыларҙың энтузиазмы һәм БР-ҙың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты ярҙамы менән фестиваль халыҡ-ара форум статусын ала. ЮНЕСКО эштәре буйынса комитет был матур сараны Өфөнөң юғары уҡыу йорттары нигеҙендә һәм мәктәптәрҙә йыл һайын үткәрергә ҡарар итә. Мәктәп уҡыусылары өсөн фестиваль үткәреү идеяһы 2012 йылдың 21-се февралендә үк тормошҡа ашырылды ла. 39-сы һанлы гимназия нигеҙендә 20 мәктәп ҡатнашлығында үтте Фестиваль. Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә бағышланды ул. Шул уҡ йылда фестиваль үткәреү эстафетаһын М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ҡабул итте. Башҡортостандағы II Халыҡ-ара телдәр фестивале 29-30 сентябрҙә үткәрелде һәм Халыҡ-ара тәржемәселәр көнөнә тура килде. Фестивалгә 400-гә яҡын кеше йыйылды. Байрамдың төп саралары беренсе көндә үткәрелде. 35 телдең презентациялары менән республиканың башҡалаһынан, шулай уҡ Салауат, Сибай, Благовещен, Мишкә, Дәүләкән, Бәләбәй, Дүртөйлө, Стәрлетамаҡ, Нефтекаманан; Мәскәү, Иркутск, Ульяновск, Силәбе, Түбәнге Тагилдан; Ҡаҙағстан, Украина, Германия, Армения, Вьетнамдан һәм тағы ла бер нисә илдән ҡатнашыусылар сығыш яһаны. Презентациялар бер үк ваҡытта ете аудиторияла үткәрелде һәм түбәнге секцияларға бүленде: «Халыҡ-ара аралашыу телдәре», «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре», «Европа телдәре берләшмәһе», «Славян горницаһы», «Тарих һәм мәҙәниәт көҙгөһө булараҡ тел», «Донъя телдәре төрлөлөгө», «Телдәр һәм мәҙәниәттәр диалогы». II фестивалдә ғәҙәттәге презентациялар тел ғилеме һәм илдәр өйрәнеү фәне буйынса фәһемле лекциялар менән аралаштырылды. Шуныһы ҡыуаныслы: улар күпселек ҡунаҡтарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.Фестивалдең икенсе көнөн мәҙәни программа дауам итте. Ҡатнашыусыларға һәм ойоштороусыларға иҫтәлекле сертификаттар тапшырыу менән тамамланған ябыу тантанаһынан һуң, барлыҡ теләк белдереүселәр өсөн Башҡортостандың башҡалаһы буйынса экскурсия ойошторолдо.
Киләһе Башҡортостандағы III Халыҡ-ара телдәр фестивален Өфө дәүләт нефть техник университеты ҡабул итәсәк.
Башҡортостанда Халыҡ-ара телдәр фестивале тураһында ҡағиҙә (һаҡлап алып ҡалырға)