Башҡортостанда телдәр Фестивале

рус телендә

башҡорт телендә

инглиз телендә

Башҡортостанда телдәр Фестивале
  Баш бит   |   Телдәр Фестивале
Проект тарихы
Башҡортостанда Телдәр фестивале
  |   Ҡатнашыусылар
һәм ҡунаҡтар өсөн
Ҡатнашыусылар
өсөн
Фестиваль ҡунаҡтары
өсөн
  |   Ойоштороусыларға   |   Архив
Телдәр Фестивале - 2011
Телдәр Фестивале - 2012
Телдәр Фестивале - 2013
Телдәр Фестивале - 2014
Телдәр Фестивале - 2015
Телдәр Фестивале - 2016
  |   Фестиваль хәрәкәтенең яңылыҡтары   |   Бәйләнеш  

Яңылыҡтар

10.07.2014  Башҡорт дәүләт университетында халыҡ-ара телдәр фестивале

Лингвистик фестивалдең ҡәҙерле дуҫтары! Башҡорт дәүләт университетында халыҡ-ара телдәр фестиваленә һеҙҙе ысын күңелдән саҡырабыҙ. Телдәр байрамында һеҙҙе Башҡорт дәүләт университетында 15 һәм 16 ноябрҙә көтөп ҡалабыҙ.

23.07.2013  Башҡортостанда III Халыҡ-ара телдәр фестивале

Хөрмәтле дуҫтар! Башҡортостанда III Халыҡ-ара телдәр фестивален үткәреү көнө аныҡланды. Сара Өфө дәүләт нефть техник университетында 7-8 декабрҙә үтәсәк. Тулыраҡ мәғлүмәт менән бында танышырға була. Фестивалгә рәхим итегеҙ!

Архив новостей

Беҙ "Бәйләнештә":

  • http://vk.com/club38158168

Телдәр фестивале Интернетта:

  • http://festivalo.ru/
  • http://vk.com/lingvafest
  • Фестиваль языков в Википедии
Телдәр Фестивале – шул уҡ исемле гуманистик йүнәлешле халыҡ-ара проект ҡыҫаларында ойошторолған, телдәр һәм лингвистикаға бағышланған аң-белем таратыу сараһы ул. Был фестивалде үткәреү ниәте француз һәм америка эсперантисы, йәмәғәт эшмәкәре Дэннис Киф башланғысы менән тыуа һәм тормошҡа ашырыла. Беренсе Телдәр фестиален (эсперантола – Lingva Festivalo) ул 1995 йылда Францияның Тур ҡалаһында үткәрә. Йыш ҡына төрлө илдәрҙә ойошторолған түләүле курстар йәрминкәләренән айырмалы рәүештә был фестиваль асыҡ дәрестәр формаһында ойошторолған телдәр тураһындағы фәһемле презентациялар аша тел донъяһының байлығын асып биреүгә йүнәлтелгән. Беренсе фестиваль 800 уҡыусының иғтибарын йәлеп итһә, ике йылдан инде ул 3600 кешене йыйған. Беренсе фестиваль тураһында отчет «Контакто» исемле халыҡ-ара эсперанто журналында баҫылып сыға. Был ваҡиға уҡыусыларҙың юғары баһаһына лайыҡ була, һәм 1996 йылда фестиваль Рәсәйгә килә. Беренсе Рәсәй лингвистик фестивале Чебоксар ҡалаһында үткәрелә. Үткән 17 йылда фестиваль хәрәкәтенең географияһы шаҡтай киңәйҙе. Телдәр фестиваленең идеялары ҡайһы бер яҡын һәм алыҫ илдәрҙә теләктәшлек тапты (улар араһында Украина, Беларусь, Латвия, Грузия, Молдова, Венесуэла, Ҡытай, АҠШ, Финляндия, Словакия, Югославия, Швеция). Фестиваль хәрәкәте тарихында иң күпләп халыҡты йыйғаны булып Ҡытайҙың Нанкин ҡалаһының алдынғы университеттарының береһендә 2008 йылда 13500 кеше ҡатнашлығында үткән фестиваль булып тора. Рәсәйҙә телдәр фестивалдәренең марафонына Чебоксар, Ульяновск, Мәскәү, Санкт-Петербург, Түбән Новгород, Волгоград, Кемерово, Өфө, Ижау, Калуга, Якутск, Бөйөк Новгород кеүек ҡалалар ҡушылған. Улар араһында һәм ғөмүмән донъяла лидерлыҡты Чебоксар һаҡлап килә. Бында 1996 йылдан инде 17 традицион 2-3 мең кеше йыйған Телдәр фестивалдәре ойошторолған (Чебоксарҙа Телдәр фестивале сайты: http://www.lingvafestivalo.org). Тел донъяһының байлығы менән танышыуҙы был фестивалде ойоштороусылар үҙенсәлекле сәйәхәт менән сағыштыра. Был сәйәхәт барышында тәү башлап асыусы үҙенең туған теленең сиктәренән тыш «күрше» телдәр донъяларына ишекте аса. Уҙған йылдар арауығында Рәсәйҙә һәм унан ситтә телдәр фестивалдәренең киң таралған төҙөлөшө формалаша: фестивалде асыу тантанаһы, презентациялар көнө йәки көндәре, фестивалде ябыу тантанаһы һәм ҡатнашыусыларға диплом менән сувенирҙар тапшырыу. Асыу тантанаһының айырылғыһыҙ һәм күңелле өлөшө – презентацияларҙың презентацияһы йәғни ҡатнашыусыларҙың сәхнәгә сығып, сығыштарының анонсы менән таныштырыуы. Шулай уҡ әлеге ваҡытта презентацияларҙы 30-50 минутлыҡ бәләкәй дәрестәр форматында үткәреү традицияһы нығынған. Презентациялар ғәҙәттә параллель блоктарҙа үтә, шуның өсөн һәр ҡунаҡ барырға теләгән урынды һайлай ала. Шуныһы ҡыҙыҡлы, һуңғы йылдарҙа фестивалдәрҙең форматы һәм телдәрҙең исемлеге күҙгә күренерлек байый. Был фестивалгә күркәмлек өҫтәй һәм ысын интернациональ байрам булараҡ баһаһын арттыра. Бөгөн, ғәҙәти лингвистик презентацияларҙан тыш, фестивалдәр ҡыҫаларында тел ғилеме буйынса фәһемле лекциялар уҡыла, теге йәки был телдә аралашыу өсөн ҡунаҡ бүлмәләре ойошторола; лингвистик конкурстар һәм тел темаһына бағышланған әҙәби конкурстар үткәрелә; төрлө донъя телдәрендәге сығанаҡтар менән таныштырыу өсөн китап күргәҙмәләре, шулай уҡ тамашасыларҙы айырыуса ҡыҙыҡһындырған үҙенсәлекле лингвистик концерттар ойошторола.
тулыраҡ
  Баш бит   |   Телдәр Фестивале   |   Ҡатнашыусылар
һәм ҡунаҡтар өсөн
  |   Ойоштороусыларға   |   Архив   |   Фестиваль хәрәкәтенең яңылыҡтары   |   Бәйләнеш  
  • Проект тарихы
  • Башкортостандағы
    телдәр Фестивале
  • Ҡатнашыусылар өсөн
  • Ҡунаҡтар өсөн
  • Телдәр Фестивале - 2014
  • Телдәр Фестивале - 2015
  • Телдәр Фестивале - 2016

Copyright © Фестиваль языков в Башкортостане
Создание сайтов Gamma
Система управления сайтом CMS SiteEdit