«Сит телдәрҙе белмәгән кеше туған теле хаҡында бер нәмә лә белмәй»
Иоганн Вольфганг Гёте
2016 йылдың 3 декабрендә Башҡорт дәүләт медицина университетында V Халыҡ-ара телдәр фестивале үтте. Фестивалде ойоштороусылар – ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан Республикаһы Комитеты, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы, Башҡорт дәүләт медицина университеты.
Фестиваль ҡунаҡтарын БДМУ-ның Волонтерҙар үҙәге активистары ҡаршы алды. Регистрация үткәндән һуң һәр кем «Донъя ашамлыҡтары» презентацияһында милли ашамлыҡтар менән таныша алды.
Фестивалдең тантаналы өлөшөндә ҡабул итеүсе университет коллективтары һәм башҡа юғары уҡыу йорттары уҡыусылары ҡатнашлығында концерт ойошторолдо.
11 секция ойошторолдо:
1) Тел һәм мәҙәниәт
2) Телдәр һәм илдәр
3) Тел аралашыу сараһы булараҡ
4) Тел, тарих, сәнғәт
5) Европаның телдәр картаһы
6) Телдәр дуҫлығы
7) Тел һәм фән
8) Донъя телдәре палитраһы
9) Рәсәйҙең телдәр төрлөлөгө
10) Тел һәм мәғариф
11) Тел нескәлектәре
Сарала бөтәһе 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Һәр береһенә ҡатнашыусы сертификаты тапшырылды.
Ойоштороу комитеты исеменә фестиваль хаҡында бына ниндәй фекерҙәр килде:
«Телдәрҙе өйрәнеү донъяны беҙ белгәнгә ҡарағанда киңерәк күрергә ярҙам итә. Был сараның ойоштороу кимәле һәм аудиторияның йылы ҡабул итеүе ҡыуандырҙы!»
Вәхитова Анелия, ӨДНТУ.
«Киң ҡунаҡсыллыҡ һәм ЮНЕСКО ҡыҫаларында ойошторолған халыҡ-ара конференцияла ҡатнашыу мөмкинлеге өсөн рәхмәт әйтергә рөхсәт итегеҙ! Сара бик йөкмәткеле булды, ҡатнашыусыларҙың киң географияһы һәм сығыштарҙың тематика төрлөлөгө тикшерелгән мәсьәләләрҙең айышына нығыраҡ төшөнөргә мөмкинлек бирҙе. Эшегеҙ һәм профессионаллегегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Шуның өсөн дә ҡатнашыуым күңелле һәм файҙалы булды».
Хәлиф Хөснөтдинов, ӨДНТУ.
«Фестиваль иҫ киткес булды. Дуҫлыҡ һәм берҙәмлек мөхите барлыҡ тел ҡаршылыҡтары тураһында оноторға һәм башҡа ҡатнашыусылар менән аралашыу бәхете бүләк итте».
Сидхант Тивари, ӨДНТУ.
«Ойоштороу юғары кимәлдә булды, бының өсөн Башҡорт дәүләт медицина университетына рәхмәт әйтергә кәрәк. Иҫ китмәле дуҫлыҡ һәм йылылыҡ мөхите, бик күп яңы һәм ҡыҙыҡлы табыштар. Ойоштороусыларға һәм ҡатнашыусыларға артабанғы эштәрендә уңыштар теләйем!»
Бегаришев Нурдәүләт, ӨДНТУ.
Фестивалдә түбәндәге телдәр тәҡдим ителде: ҡытай, немец, инглиз, төрөк, ҡаҙаҡ, әзербайжан, испан, француз, чех, тажик, поляк, латин, итальян, ҡырғыҙ, башҡорт, татар, сыуаш, әрмән, корей, һинд, тай, банту телдәре, ғәрәп, Конго Республикаһының кхмер телдәре, хинди, фарси, удмурт, яҡут.
Университетыбыҙҙа беренсе фестиваль хаҡында Интернет-сығанаҡтар:
-
-
-
Фестиваль программаһы