Ульяновск ҡалаһында үткән XIV Халыҡ-ара телдәр фестивале
2016 йылдың 26-27 мартында Ульяновск ҡалаһында Халыҡ-ара телдәр фестивале үткәрелде. Илле ете эш майҙансыҡтарында 33 телдең ҡызыҡлы презентациялары үткәрелде. Фойела һәм уҡыу залында тел төрлөлөгенә арналған ҙур китап күргәҙмәһе ойошторолдо. Өҫтәуенә ҡунаҡтарҙы һәм сарала ҡатнашыусыларҙы лингвистик викторина көттө. Быйыл ҡатнашыусылвр араһында Башҡорт Дәүләт Университетының роман-герман филологияһы факультеты студенттары булды. Улар аңлайышлы һәм яҡшы итеп тыңлаусыларҙы реклама дискурсы һәм инглиз теле төрҙәре тураһында таныштырҙылар. Өфө студенттарының сығыштары иң яҡшылар араһында һыналды. Сараның төп өлөшөн ҡыҙыҡлы экскурсиялар һәм концерттар бик уңышлы итеп тулыландырҙы. Фото һәм видеоотчеттарҙы, фестиваль һөҙөмтәһенә мәҡәләләрҙе түбәндәге адрестар буйынса табып була: http://reporter73.tv/2016/03/28/много-народов-один-мир/, http://uonb.ru/index.php?option=com_content&view=article&id=5388:news&catid=48:esperanto&Itemid=73,https://vk.com/club12638654
Һәм тағы ла илдең төп тел фестивале тураһында
Ҡәҙерле дуҫтар! 12 октябрҙән 20 октябргә ҡәҙәр Чебоксар ҡалаһында 18-се Халыҡ-ара телдәр фестивале үтәсәк (төп саралар 19-20 октябрҙә уҙғарыла). Лингвистик презентацияларҙың алдан төҙөлгән исемлеге менән түбәндәге адрестар буйынса таныша алаһығыҙ:
http://www.lingvafestivalo.org/ru/node/10,
http://www.lingvafestivalo.org/ru/node/12 (программа).
Бөйөк Новгород саҡыра!
2013 йылдың 6-сы октябрендә (йәкшәмбе) Ярослав Мудрый исемендәге Новгород дәүләт университетының лингвистика һәм мәҙәни-ара коммуникациялар факультетында Бөйөк Новгородта Икенсе телдәр фестивале үтәсәк. Уҙған йыл менән сағыштырмаса алты бүлектең (параллелдең) һәр береһендә барған презентациялар һанын арттырыу планлаштырыла. Ойоштороусылар менән түбәндәге адрестар буйынса бәйләнешкә инеп була:
http://novgorod.festivalo.ru/ или
http://vk.com/vn_fest_ii.
3-сө Пермь Телдәр фестивале
3-сө июлдә хәҙерге сит телдәр һәм әҙәбиәттәр факультетында 3-сө Пермь телдәр фестивале үткәрелде. Көн һуҙымында 30 минутлыҡ дәрес-презентацияларҙа фестивалдә ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар боронғо һәм хәҙерге телдәр менән танышыу мөмкинлегенә эйә булды: гот һәм боронғо инглиз телдәренән алып норвег һәм швед, дат һәм нидерланд, иҙиш һәм африкаанс, чех һәм поляк, ҡытай һәм корея телдәренә тиклем. Шулай уҡ тыңлаусылар халыҡтар тарихына, мәҙәниәтенә, әҙәбиәтенә ҡағылышлы төрлө мәғлүмәттәр белә алды. Пермдә үтәсәк 4-се Телдәр фестивале бөтә ҡыҙыҡһыныусыларҙы ла 2014-се йылдың июлендә көтә! (http://vk.com/club24475605).
Бөйөк Новгородта Икенсе Телдәр фестивале
Бөйөк Новгородта Икенсе Телдәр фестивале 2013-сө йылдың 6-сы октябрендә (йәкшәмбе) Ярослав Мудрый исемендәге Новгород дәуләт университетының Гуманитар институтының тел ғилеме һәм мәҙәни-ара бәйләнештәр факультеты нигеҙендә үткәреләсәк.
Екатеринбургта 1-се Телдәр фестивале
18-19-сы майҙа Екатеринбургта беренсе Телдәр фестивале үткәрелде. Был сара «Екатеринбургта музейҙар төнө» исемле киң планлы мәҙәни-ағартыу проект ҡыҫаларында ойошторолдо. Шуның өсөн дә барлыҡ теләк белдереүселәр донъя телдәре менән генә танышып ҡалманы, төрлө халыҡтарҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, ижады хаҡында мәғлүмәт ишетте. Ҡатнашыусылар алты бүлектә сығыш яһаны: «Рәсәй бүлеге», «Шәрҡиәт бүлеге», «Кавказ бүлеге», «Европа бүлеге», «Америка бүлеге», «БДБ илдәре бүлеге». Телдәрҙе һәм мәҙәниәттәрҙе милли ойошмалар, лингвистика үҙәктәре, уҡыу йорттары, ижади коллективтар вәкилдәре тәкдим итте. Шулай уҡ актив ҡатнашыусылар араһында яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙең Уралдағы вәкиллектәре һәм консуллыҡтары булыуы сараның мәртәбәһен бермә-бер арттырҙы. Ваҡиға тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте түбәндәге адрес буйынса табырһығыҙ: http://vk.com/club46479301.
Төнъяҡ-Көнсығыш федераль университетында Лингвистик фестиваль
24-се апрелдә Якутск ҡалаһындағы М.К. Амосов исемендәге Төнъяҡ-Көнсығыш федераль университетының филология факультетында Икенсе "Телдәр һаҙағайы" фестивале булып үтте. Фестиваль, ойоштороусылар билдәләүенсә, филология факультетының беренсе курс студенттарын төрлө телдәр һәм мәҙәниәттәр, хәҙерге күп телле һәм бай мәҙәниәтле донъя менән таншыитырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Әлеге фестивалдең үҙенсәлеге булып унда рус теле сит тел булараҡ өйрәнеүселәр кафедраһы студенттарының ҡатнашыуы ҡабул ителә. Бөтәһе лә төрөк, корея, вьетнам, француз, индонезия, болгар, поляк. инглиз телдәре менән танышыу һәм традицион мәҙәниәттәр өлгөләрен күреу бәхетенә иреште. Һәр сығыш сағыу презентациялар менән бергә ҡатнаштырылды. Шуныһы ҡыҙыҡлы: сит ил студенттары үҙ телдәре һәм мәҙәниәттәре тураһында рус телендә һөйләне. Фествалде ойоштороусылар фекеренсә, бындай саралар белемде арттырып ҡына ҡалмай, төрлө ил студенттарының дуҫлашыуына, аңлашыуына булышлыҡ итә. (
http://www.s-vfu.ru/universitet/rukovodstvo-i-struktura/instituty/flf/news_detail.php?ELEMENT_ID=11782)
2-се Минск телдәр фестивале
2-се Минск телдәр фестивале 2014-се йылдың 30-сы мартына планлаштырылған (
http://vk.com/minsklingfest).
Минскиҙа Телдәр фестивале
2013-сө йылдың 31-се мартында Телдәр фестивале Белорус дәүләт университетында – фестивалдең тағы ла бер БДУ-һында – уңышлы үткәрелде. Төп программаны 6 параллелдә үткәрелгән 40 минутлыҡ презентациялар (35) һәм тел ғилеме буйынса фәнни-популяр лекциялар (7) тәшкил итте. Фестивалдә тамашасыларға иң оҡшаған һәм иң күп халыҡ йыйған сығыштар һайлап алынды: http://minsklingfest.by/start. Киләһе лингвистик фестиваль 2014-се йылдың 30-сы мартына планлаштырылған.
Кишиневта Телдәр фестивале
17-се марта Кишиневта VI Халыҡ-ара Телдәр фестивале үтәсәк. Унда 18 телде тәкдим итеү планлаштырылған. Фестивалдең традицион ойоштороусыһы – «КЕДЕМ» Йәһүд мәҙәни үҙәге. Тулыраҡ мәғлүмәтте Һеҙ түбәндәге адрес буйынса таба алаһығыҙ: http://vk.com/lingvafest#/event50260420.
Ульяновскиҙа Телдәр фестивале
Ульяновскиҙа 11-се Телдәр фестивале ошо йылдың 30-сы мартында (шәмбе) Ульяновск дәүләт педагогия университетында үтәсәк.
2013-сө йылға лингвистик фестивалдәр календары
Ҡәҙерле дуҫтар! 2013-сө йылға тел фестивалдәре календары алып барыла башланы. Календарҙағы үҙгәрештәр менән Һеҙ фестивалдең «Бәйләнештә» сайтындағы официаль битендә таныша алаһығыҙ: http://vk.com/lingvafest.
Чебоскарҙа 2013-сө йылғы Телдәр фестивале
Чебоксарҙа 19-се Халыҡ-ара Телдәр фестивале 2013-сө йылдың 10-20 октябрендә үтәсәк, сараның төп кондәре – 19-20 октябрь (http://vk.com/club12639574).
Бөйөк Новгородта I Телдәр фестивале
2012-се йылдың 7-се октябрендә Телдәр фестивале тәу тапҡыр Бөйөк Новгород ҡалаһында үткәрелде. 50 минут эсендә алты параллель бүлектә 30 тел тураһында презентациялар тәкдим ителде. Шулай уҡ ябыу тантанаһында үҙенсәлекле лингвистик концерт тыңларға мөмкин ине. Үткән сара тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Һеҙ түбәндәге адрес буйынса таба алаһығ